Ваҡиғалар
13 Октябрь 2022, 11:14

Аттар өйөрө авария сәбәпсеһе булған

Юлға ҡапыл аттар килеп сығыу һөҙөмтәһендә «Лада Ларгус» менән «Лада Гранта» бәрелешкән тип хәбәр итә республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте.  

Аттар өйөрө авария сәбәпсеһе булғанАттар өйөрө авария сәбәпсеһе булған
Аттар өйөрө авария сәбәпсеһе булған

Юл-транспорт ваҡиғаһы бөгөн Әбйәлил районының Ҡужан ауылы янында булған. «Лада Ларгус» менән «Лада Гранта» бәрелешкән тип хәбәр итә республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте. «Ларгус» водителе, юлға ҡапыл аттар килеп сыҡты, боролоп йәки туҡтап өлгөрмәнем, тигән.

«Аттар өйөрө үҙ иркендә юлда йөрөгән булған. Авария һөҙөмтәһендә йәрәхәт алыусылар юҡ. Автомобилдәр механик яҡтан зыян күргән. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү үткәрелә», - тип белдерҙе БР ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Линар Зиннуров.


https://www.bashinform.ru/news/law/2022-10-13/v-bashkirii-tabun-loshadey-sprovotsiroval-avariyu-2987860

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас