Ваҡиғалар
17 Октябрь 2022, 06:50

Mercedes-Benz С200 аварияла янып киткән

Ҡорбандар бар

Mercedes-Benz С200 аварияла янып киткәнMercedes-Benz С200 аварияла янып киткән
Mercedes-Benz С200 аварияла янып киткән

Бөрө районында үткән төндә үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы булған, тип яҙа “Башинформ” ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса 21 йәшлек ҡыҙ, Mercedes-Benz С200 автомобиленә идара итеп, юлдан төшөп киткән һәм электр таяуына бәрелгән. Һөҙөмтәлә автомобиль янып киткән.

Водител һәм пассажир дауаханаға оҙатылған. Пассажир бер аҙҙан урындағы дауахананың реанимация бүлегендә вафат булған. Автомобиль тейешле тәртиптә теркәлмәгән булыуы билдәле. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тикшереү алып бара.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас