Ваҡиғалар
21 Октябрь 2022, 11:54

Ейәнсурала саҡырыу пунктын яндырырға маташыусы ир суд алдына баҫасаҡ

Сентябрь аҙағында Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары хәрби комиссариатының Иҫәнғолдағы саҡырыу пунктында инцидент теркәлгәйне.

Ейәнсурала саҡырыу пунктын яндырырға маташыусы ир суд алдына баҫасаҡЕйәнсурала саҡырыу пунктын яндырырға маташыусы ир суд алдына баҫасаҡ
Ейәнсурала саҡырыу пунктын яндырырға маташыусы ир суд алдына баҫасаҡ

26 сентябрь төнөндә 39 йәшлек ир тәҙрә аша тоҡанып китеүсе ҡатнашма тултырылған шешә ташлай. Ут тоҡанһа ла янғын сығыуға юл ҡуйылмай. 

Торараҡ Архангель ауыл советында 18 йәшлек студент шулай уҡ хәрби-иҫәп бинаһында яныусы шыйыҡса түгеп, янғын сығара.

Был эштәр буйынса тикшереүҙәр бара. Хәҙер был ир-егеттәрҙең икеһен дә РФ Енәйәт кодексының 30-сы һәм 167-се статьялары буйынса яуаплылыҡ көтә.

 Башинформдан.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас