

Матәм церемонияһында яугирҙе һуңғы юлға оҙатып, ата-әсәһенең, улының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашырға БР Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитетының рәйес урынбаҫары Әлфис Ғаязов, район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, Салауат ҡалаһы эске эштәр бүлегенән Рифҡәттең хеҙмәттәштәре һәм башҡалар йыйылды. Улар барыһы ла, шулай уҡ класс етәксеһе Резеда Йәмилева ла Ибраһимовты тик яҡшы яҡтан телгә алып, ул яуаплы, ышаныслы булыуы хаҡында һөйләне. Полицияла эшләгәндә бер нисә тапҡыр "ҡыҙыу нөктә"гә командировкаланған егет махсус операцияға ла барырға ҡарар итә һәм үҙ теләге менән М. Шайморатов исемендәге батальонға хеҙмәткә алына.
Ватан алдында бирелгән антына һуңғы һулышынаса тоғро ҡалған яҡташыбыҙҙың рухы тыныс ятһын, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын. Ауылдаштарың, райондаштарың һине бер ваҡытта ла онотмаҫ. Бәхил бул, һалдат!