

Бөгөн Иглин ҡасабаһында Олимпия урамында торлаҡ йорт янып киткән. Янғын тураһында мәғлүмәт диспетчерға 12.13 сәғәттә килгән. Ваҡиға урынына барған ут һүндереүселәр ике бүлмәле йортта мөлкәт яныуын асыҡлаған. 10 кв метрҙағы янғын 12.40-та һүндерелгән.
Оператив эш итеүгә ҡарамаҫтан, ҡорбандарһыҙ булмаған. Өйҙә 39 йәшлек ир кешенең кәүҙәһе табылған. Урамдан үтеп барғанда янғынды күреп ҡалып, өй хужаһына ярҙам күрһәтергә маташҡан 58 йәшлек ир кеше һөрөм газы менән ағыуланған. Ул дауаханаға оҙатылған.