

Өфөлә ҙур суммала аҡса урлағандар, тип хәбәр итә “Башинформ” Mash-Batash телеграм-каналына һылтанма менән. Билдәһеҙ кешеләр эсендә 2,8 млн һум аҡса булған сейфты урлағандар.
Урлау бик тиҙ – 60 секунд эсендә булған. 45 килограмлыҡ сейфты фонариктар, битлектәр һәм тәҙрә аша үтеп инеү күнекмәләре ярҙамында алып киткәндәр.
Ике кеше “Экватор” сауҙа үҙәгендәге офисҡа килеп үҙ эштәрен эшләгәндәр һәм бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ Якутов паркы яғына сығып киткәндәр. Енәйәт эше ҡуҙғатылған, енәйәтселәрҙе полиция эҙләй.
Сейфтың ҙур төҙөлөш компанияһыныҡы булыуы билдәле. Урлауға тиклем бер нисә көн алда сейф хужаһы Сочиҙа отпускыла булған ваҡытта аҡса ҡалдырып тороу өсөн офисҡа килгән булған һәм был хаҡта бик әҙ кешеләр белгән.