+24 °С
Ямғыр


Башҡортостан буйынса ЮХХДИ етәксеһе Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында Стәрлебаш районының Тәтер-Арыҫлан ауылындағы юл-транспорт ваҡиғаһы урынында төшөрөлгән видео һалды. Был аварияла ике кеше – “Лада Веста” водителе һәм 49 йәшлек пассажир һәләк булды.
15 ноябрҙә кисен автомобиль шлакоблоктан эшләгән гаражға барып бәрелгән. Тағы бер пассажир етди йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.