Уларҙың әйтеүенсә, 16 ноябрҙән 17-һенә ҡарай төндә хужабикә ҡаҙҙарын ҡураға индереп бикләгән, иртәгәһенә ҡор-ҡортто һуйырға тейеш булғандар. Ләкин иртән тороуға ҡаҙҙар үлеп ятҡан. Һарайҙың эсендә ҡан эҙҙәре лә юҡ.
«Әйтерһең дә, ҡаҙҙы йоҡоға талдырғандар ҙа, муйынының ике яғына сәнскәндәр. Хужабикә бер ниндәй шау-шыуҙы, эт өргән тауышты, ҡаҙҙарҙың ҡаңғылдашыуын ишетмәгән. Ә ҡаҙҙарҙың тауышынан бөтә ауыл уянырға мөмкин бит», - тиҙәр урындағы халыҡ.
Йыртҡыс ҡураға ерҙе өңөп ингән. Һарай янында ҡарҙа ниндәйҙер эҙҙәр табылған. Ошо ауылда йәшәгән урмансы әйтеүенсә, был төлкө түгел, сөнки уның тәпәйе бәләкәйерәк. Шулай уҡ йәтсәгә лә, көҙәнгә лә оҡшамаған, ти ул.