

Ике улын ҡотҡарып, янғында һәләк булған атайға үлгәндән һуң награда биреләсәк. Был хаҡта бөгөн оператив республика хөкүмәте кәңәшмәһендә билдәле булды, тип яҙа “Башинформ”. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров биш йәшлек ике игеҙәк улдарын ҡотҡарған ирҙе наградлау мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.
Фажиғә, хәбәр итеүебеҙсә, 18 ноябрҙә Стәрлетамаҡ районының Матвеевка ауылында булды. Унда ҙур ғаиләнән ике бала ғына иҫән ҡалды. Уларҙы атайҙары Морат ҡотҡарып, үҙе һәләк булды.