Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
21 Декабрь 2022, 12:55

«ВАЗ-2112» автомобиле водителе юлда ултырған ҡатынды тапаған

Тағы бер үлемесле авария

«ВАЗ-2112» автомобиле водителе юлда ултырған ҡатынды тапаған
«ВАЗ-2112» автомобиле водителе юлда ултырған ҡатынды тапаған

Баймаҡ районында төн уртаһына яҡын Йомаш – Үрге Таулыҡай юлында Сыңғыҙ ауылы янында «ВАЗ-2112» автомобиленә идара иткән урындағы ир кеше 55 йәшлек ҡатында тапатҡан. Ҡатын ваҡиға урынында вафат булған, тип яҙа “Башинформ”.

Водитель әйтеүенсә, ҡатын юлда ултырған булған. Авария факты буйынса тикшереү бара, экспертизалар үткәреү тәғәйенләнгән.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: