Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
21 Декабрь 2022, 17:25

Ҡыҙ бала көмөшкә эсеп ағыуланған

8 йәшлек ҡыҙ уны газлы һыу тип уйлаған

Ҡыҙ бала көмөшкә эсеп ағыуланған
Ҡыҙ бала көмөшкә эсеп ағыуланған

19 декабрь кисендә Туймазы районында 8 йәшлек ҡыҙ менән бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүенсә, баланы ашығыс рәүештә дауахананың реанимация бүлегенә алып килгәндәр.

«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡыҙыҡай яңылыш көмөшкә эскән. Уның туғаны әйтеүенсә, «Кола» шешәһенә ҡойолған иҫерткес эсемлекте һыуытҡысҡа ҡуйған булғандар. Бала уны газлы һыу тип уйлаған. Уның хәле насарайғас, дауаханаға килтергәндәр», — тип хәбәр итте мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.

Ғаилә имен һанала, иҫәптә тормай. Әле тәртип һаҡсылары тикшереү үткәрә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: