+24 °С
Ямғыр


Өфө районында Булгаково ауылы янында балаларҙы алып китеп барған автобус юл-транспорт ваҡиғаһына эләккән, тип хәбәр итә “Башинформ” БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса ул пассажир автобусы менән бәреләшкән.
Юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күреүселәр юҡ. Тикшереү эштәре алып барыла.