Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
26 Декабрь 2022, 15:40

Башҡортостанда уҡыусы ҡыҙ туңып үлгән

Урамда 17 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен тапҡандар

Башҡортостанда уҡыусы ҡыҙ туңып үлгән
Башҡортостанда уҡыусы ҡыҙ туңып үлгән

Мәсетле районында 26 декабрь иртәһендә урамда 17 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен тапҡандар, тип хәбәр итте “Башинформ” агенлығы. Агентлыҡтың тәртип һаҡлау органдарындағы үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, алдан күҙалланған мәғлүмәттәр буйынса уҡыусы ҡыҙ өшөп үлгән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса ул ғаиләгә тәрбиәгә алынған булған.

Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Тәртип һаҡсылары был хәлдең сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлай.

Йәшлек гәзите хәбәр итеүенсә, ҡыҙҙың психик сәләмәтлеккә бәйле проблемалары булған.  Унан башҡа ғаиләлә тәрбиәгә алынған дүрт бала була. Кискеһен ҡыҙ йоҡларға ятҡан, ә иртәнсәк ағайҙары уны урамда туңған килеш тапҡан.

Фото: Ксения Калинина / “Башинформ”

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: