Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
11 Ғинуар 2023, 09:25

Ут хаталаныуҙы ғәфү итмәй!

Кисә, 10 ғинуарҙа, көслө янғында ағас йорттан 13 кешене, шул иҫәптән ете баланы эвакуациялағандар.

10 ғинуарҙа Өфө янындағы Федоровка ауылында көслө янғында ағас йорттан 13 кешене, шул иҫәптән ете баланы эвакуациялағандар. Утта 42 йәшлек ҡатын зыян күргән, ул дауаханаға оҙатылған.

“80 кв метр майҙанды биләгән ут 14.53 сәғәттә ҡамап алынды, ә 15:08 сәғәттә һүндерелде. Янғын һәм ваҡиға сәбәптәрен тәфтишселәр асыҡлаясаҡ”, – тип хәбәр итте Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, янғын иҫкәртеү ҡорамалы эшләүе арҡаһында ғаилә ваҡытында йорттан сығып өлгөргән.

Шулай уҡ бөгөн Ишембай районының Яңы Әптек ауылында 8х35 метр майҙанлы кирбес йортта ут сыҡҡан. Ҡотҡарыу эше барышында 1954 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының хеҙмәткәре белдереүенсә, йортта өс өлкән кеше йәшәгән, уларҙың икәүһе, янғын иҫкәртеү ҡорамалы тауышын ишетеп, үҙаллы йорттан сығып өлгөргән. 

Янғын хаталарҙы ғәфү итмәй, беҙҙең районда ла 6-һынан 7 ғинуарға ҡарай төндә Элмәле ауылында шәхси йортта сыҡҡан янғында ике оло йәштәге кеше һәләк булды:https://ejansura.ru/news/ЧП/2023-01-07/uttan-almay-shul-3096378

Ҡышҡы осорҙа йылытыу ҡорамалдары менән бик һаҡ булыу, өйгә янғын иҫкәртеүсе ҡоролманы мотлаҡ ҡуйҙырыу кәрәклеген йәнә берҙе иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Ут менән шаярмағыҙ. Янғын бер кемде лә аямай, аҙ ғына һаҡһыҙлыҡ, бәләкәй генә осҡон ҙур фажиғәләргә килтерә. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тырышығыҙ.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: