Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
25 Ғинуар 2023, 12:50

Башҡортостанда ике кешене эҙләйҙәр

Салаутта 21 йәшлек Сабина Сәлимова, Белоретта 15 йәшлек Искәндәр Мөхәмәҙиев юғалған

Башҡортостанда ике кешене эҙләйҙәр
Башҡортостанда ике кешене эҙләйҙәр

“Башинформ” мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта республикала ике кешене эҙләйҙәр. “Отклик!” эҙләү ҡотҡарыу отряды” социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, 21 йәшлек Сабина Сәлимова Салауат ҡалаһында 22 ғинуарҙа өйөнән сығып киткән һәм уның ҡайҙалығы әлегә тиклем билдәле түгел.

Билдәләре: буйы – 165 см, ҡаҡса тәнле, сәстәре ерән, оҙон. Ҡара кәпәс, капюшонында аҡһыл төҫлө мех булған ҡара куртка, күк джинсы, ҡышҡы аҡ кроссовка кейгән.

Ниндәйҙер мәғлүмәткә эйә булыусыларҙан 8-987-10-60-601 йәки 102 телефондарына шылтыратыуҙарын һорайҙар.

Белорет районының Инйәр ауылынан 15 йәшлек Искәндәр Мөхәмәҙиев 25 ғинуарҙа өйөнән сығып киткән һәм ҡайтмаған. Был хаҡта «Башрегионспас» төркөмөндә ирекмәндәр хәбәр иткән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, уның сығып китеүе беренсе тапҡыр түгел.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: