

Төндә Белорет районы полицияһының дежур часына ғаилә янъялы тураһында хәбәр килгән. Шуныһы ҡыҙыҡ, ҡатынын йәберләүсе ир үҙе шылтыратып, наряд ебәреүҙәрен һораған, тип яҙа “Башинфом”.
Тәртип һаҡсылары асыҡлауынса, Учалы районынан 33 йәшлек ир Белоретта йәшәүсе ҡатыны менән талашҡан. Янъял барышында ул ҡатынының муйынын билбау менән быуа һәм физик юҡ итеү менән янай башлаған. 26 йәшлек күршеләре полиция саҡыртһын өсөн тауыш сығарырға маташҡан. Әммә тәртип һаҡсыларын ир кеше, ҡатынын ысынлап үлтереп ҡуйыуынан ҡурҡып, үҙе саҡыртҡан.
«Возбуждено уголовное дело по статье „угроза убийством“, если имелись основания опасаться осуществления этой угрозы. Подозреваемый признал свою вину частично, но воспользовался законным правом не давать показания. В ходе расследования уголовного дела проведён комплекс мероприятий, направленных на установление всех обстоятельств совершённого преступления, сбор и закрепление доказательственной базы. В отношении мужчины избрана мера пресечения в виде подписки о невыезде и надлежащем поведении», — тип аңлатма биргән тәүтикшереүсе полиция капитаны Гүзәл Мамлеева.