Ваҡиғалар
30 Ғинуар 2023, 12:15

Янғын урынында ике кешенең кәүҙәһе табылған

Дүрт фатирлы йорт янған

Янғын урынында ике кешенең кәүҙәһе табылғанЯнғын урынында ике кешенең кәүҙәһе табылған
Янғын урынында ике кешенең кәүҙәһе табылған

Өфөлә барак тибындағы ике ҡатлы йорт янған. Янғын урынын тикшергәндә ике кешенең кәүҙәләре табылған.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Запотоцкий урамында дүрт фатирлы йорт яныуы тураһында 30 ғинуарҙа сәғәт 01.48-ҙә хәбәр иткәндәр. Ут тотош йортто ялмаған. 18 кеше эвакуацияланған, шул иҫәптән күрше йорттарҙа йәшәүселәр ҙә. Ут сәғәт 3-тә һүндерелгән.

Көндөҙ янғын урынында эштәр алып барғанда тәүҙә бер кешенең, аҙағыраҡ икенсеһенең кәүҙәләре табылған

Әлек фажиғә сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлау буйынса тикшереү эштәре бара.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас