Ваҡиғалар
4 Февраль 2023, 11:10

Ике кешенең ғүмере өҙөлдө

Бөгөн Башҡортостанда аварияларҙа ике кеше һәләк булды

Ике кешенең ғүмере өҙөлдөИке кешенең ғүмере өҙөлдө
Ике кешенең ғүмере өҙөлдө

4 февралдә республикала юл-транспорт ваҡиғаларында ике кеше һәләк булды, тип яҙа “Башҡортостан”.

Бөгөн иртә менән Стәрлетамаҡ янында булған авария кеше ғүмерен өҙҙө. Өфө - Ырымбур автомобиль юлының 151-се километрында еңел автомобиль менән йөк машинаһы бәрелешә. “Лада Приора” руле артында 31 йәшлек Көйөргәҙе районы егете ултырған. “Скания” йөк машинаһы менән 39 йәшлек Өфө районы кешеһе идара иткән.

Был ике машина бәрелешкәндән һуң, уларға “Ниссан Кашкай” килеп төкөлгән.

“Авария һөҙөмтәһендә беҙҙең ил машинаһы водителе урында һәләк була. Уның кәүҙәһен ҡотҡарыусылар сығарҙы. Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләне”, – тигән ЮХХДИ хеҙмәткәре.

Күп тә үтмәй республиканың икенсе яғында – Әбйәлил районында тағы бер үлемесле авария теркәлә. Бында “Лексус” менән ВАЗ-2114 машиналары бәрелешә. Һөҙөмтә шулай уҡ аяныслы: урында ВАЗ водителе һәләк була. Уның ҡатын-ҡыҙ булғаны билдәле.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас