

Кисә кис көнө Ғафури районының Яңғыҙҡайын ауылы колхозында янғын сыҡҡан. Малсылыҡ комплексының корпусына ут тоҡанған, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.
Янғынды һүндереүгә шәхси составтан 13 кеше һәм 5 берәмек техника йәлеп ителгән. 1400 квадрат метрҙан ашыу майҙан уттан зыян күргән.
50 баш эре малды ут ялмап алған бинанан сығарып өлгөргәндәр, 16 һыйыр тереләй янып үлгән. Янғын сәбәптәре асыҡлана.