+28 °С
Болотло


Өфө районында 13 февралдә Йоматау ауылында баҡса өйө яныуы тураһында хәбәр иткәндәр. Янғын бер ҡатлы ағас йортта сыҡҡан, тип яҙа “Башинформ” үҙ сығанағына һылтанма менән.
Йорт ихатаһында кеше кәүҙәһе табылған. Алдан күҙаллауҙар буйынса ир кеше утты үҙе һүндерергә маташып, ҡыйыҡҡа менгән, әммә ҡолап төшкән һәм башы менен бәрелеп, үлемесле йәрәхәтләнгән.
Янғын сәбәптәрен һәм шарттарын тәртип һаҡсылары асыҡлай.