Ваҡиғалар
24 Февраль 2023, 12:25

“Күңел асыу” күңелһеҙ тамамланған

21 йәшлек егет автомобилгә тағылған тюбингта һәләк булған

“Күңел асыу” күңелһеҙ тамамланған“Күңел асыу” күңелһеҙ тамамланған
“Күңел асыу” күңелһеҙ тамамланған

Бөрө районының Суслов ауылында күңел асыу фажиғә менән тамамланған, тип яҙа “Башҡортостан”. Кисә 21 йәшлек егет "ВАЗ-2111" автомобиленә тағылған тюбингта йөрөргә булған. Юлда барғанда ул кәйелеп, «плюшка»ны эйәртеп ҡаршы һыҙатҡа ташлай һәм шунда «Лада Гранта» менән бәрелешә. Көслө бәрелеү һөҙөмтәһендә ир кеше ваҡиға урынында уҡ йәрәхәттәрҙән вафат була.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, үлемесле автоавария факты буйынса «Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кешене үлемгә дусар иткән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Ведомство башлығы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың һәммәһенә лә юлдарҙа иғтибарлы һәм һаҡ булырға, хәрәкәттең эҙемтәләре тураһында уйларға мөрәжәғәт итте.

Читайте нас