Ваҡиғалар
24 Февраль 2023, 07:50

Янғында ике кеше һәләк булған

Бөгөн Башҡортостанда янғында ике кеше һәләк булды

Янғында ике кеше һәләк булғанЯнғында ике кеше һәләк булған
Янғында ике кеше һәләк булған

Бөгөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса идаралығына сәғәт 5.30-ҙа Шишмә районының Келәш ауылында торлаҡ йорт яныуы тураһында хәбәр иткәндәр. Янғын урынында 1965 йылғы ир кшенең кәүҙәһе табылған.

Шулай уҡ Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында иртәнге сәғәт ете тирәһендә өй янған. Янғынды һүндергәндә 1958 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған, тип хәбәр итте “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас