Ваҡиғалар
27 Февраль 2023, 10:04

Районда юл-транспорт ваҡиғалары теркәлде

Көн торошоноң насар булыуы водителдәрҙең ҡайһы берәүҙәре өсөн эҙһеҙ үтмәне. Әле көндөң яртыһы ғына үтеүгә ҡарамаҫтан, районда ике юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде лә инде.

Районда юл-транспорт ваҡиғалары теркәлдеРайонда юл-транспорт ваҡиғалары теркәлде
Районда юл-транспорт ваҡиғалары теркәлде

Үрге Һарыбил - Ҡыуандыҡ юлының 33-сө саҡрымында ВАЗ 21310 автомобиле юл сатында төп юл буйлап килеүсе Лада Приора автомобиленә юл бирмәгән. Бәрелешеү һөҙөмтәһендә ике машина ла механик зыян күргән. Бәхеткә ҡаршы, йәрәхәтләнеүселәр юҡ.

Башҡорт Үргене ауылында йорто янынан юлға сығып килеүсе ВАЗ 2115 водителе юл буйлап килеүсе Hyundai Accent автомобилен күрмәгән. Һөҙөмтәлә - тағы ла бер юл-транспорт ваҡиғаһы. 

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Ейәнсура районы буйынса бүлеге водителдәрҙе ошо көндәрҙә айырыуса һаҡ булырға саҡыра.

 

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас