

Күмертау ҡалаһының дәүләт автоиснпекцияһы хеҙмәткәрҙәре ике кешенең үлеменә килтергән юл-транспорт ваҡиғаһының хәл-шарттарын асыҡлай. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, Өфө – Ырымбур автоюлының 217-се саҡрымында боролошта Өфөнән 35 йәшлек ир кеше идара иткән “Лада Приора” менән 60 йәшлек Мәләүез кешеһе идара иткән «Фольксваген Тигуан» бәрелешкән.
Аварияла “Приора”ның водителе һәм пассажиры һәләк булған. Кроссовер водителе дауаханаға оҙатылған. Тикшереү бара.