Ваҡиғалар
6 Март 2023, 07:05

Көн йылытҡанда һаҡ булығыҙ!

Ике кеше ҡыйыҡтан шыуған ҡар ҡорбандары булды

Көн йылытҡанда һаҡ булығыҙ!Көн йылытҡанда һаҡ булығыҙ!
Көн йылытҡанда һаҡ булығыҙ!

Стәрлетамаҡта 5 март кисендә күңелһеҙ хәл булған. “Башинформ” экстрен хеҙмәттәрҙәге үҙ сығанағына һылтанма менән хәбәр итеүенсә, шәхси йорт ҡыйығынан шыуған ҡар өй янында торған 58 йәшлек ирҙең өҫтөнә төшөп, уны күмгән. Туғандары ашығыс ярҙам саҡыртҡан, әммә зыян күреүсе дауаханаға алып барғанда вафат булған.

Ошоға оҡшаш хәл үткән аҙнала Күмертауҙа булған. 70 йәшлек ир шәхси йорт ҡыйығын ҡарҙан таҙартҡанда ҡолап төшкән һәм ҡыйыҡтан шыуған ҡар аҫтында ҡалған. Ир кеше һәләк булған.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас