Ваҡиғалар
10 Март 2023, 04:49

Иң ҡурҡынысы - балаларҙың үлеме

Үткән төндә ут менән көрәшкән янғын һүндереүселәр 2011 йылғы бала менән уның әсәһенең кәүҙәләренә юлыға...     

Иң ҡурҡынысы - балаларҙың үлемеИң ҡурҡынысы - балаларҙың үлеме
Иң ҡурҡынысы - балаларҙың үлеме

10 мартҡа ҡарата республикала 971 янғын теркәлеп, уларҙа 68 кешенең ғүмере өҙөлгән. Үткән төндә иһә Кушнаренко районында ут менән көрәшкән янғын һүндереүселәр 2011 йылғы бала менән уның әсәһенең кәүҙәләренә юлыға. 

Хөрмәтле яҡташтар! Зинһар, янғын хәүефһеҙлеге талаптарын инҡар итмәгеҙ! Был ҡағиҙәләрҙе, ут сыға ҡалһа нимә эшләргә кәрәклекте балаларығыҙға ла өйрәтегеҙ. 

Күп осраҡта янғын сығыуға ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡоролмаларын һәм мейестәрҙе ҡулланғанда эксплуатациялау ҡағиҙәләрен үтәмәү сәбәпсе була. Уларҙың төҙөклөгөн дә даими тикшереп тороу кәрәк. 

Торлағығыҙҙы, мөлкәтегеҙҙе, ә иң мөһиме, ғүмерегеҙҙе һаҡлағыҙ!




Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас