+24 °С
Ямғыр


Учалы районында "Форд Фокус" менән "ГАЗ Соболь" ҡапма-ҡаршы бәрелешкәндә еңел автомобиль водителе һәләк булған.
Авария Учалы-Баҙарғол юлының дүртенсе саҡрымында булған.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә сит ил машинаһына идара иткән ҡатын йәрәхәттәрҙән вафат булған. Авария урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Авария сәбәптәре асыҡлана.