Ваҡиғалар
11 Март 2023, 05:05

Мәсеттә янғын сыҡҡан

Янғын һүндерелгән, зыян күреүселәр юҡ

Көйөргәҙе районының Яҡут ауылында янғын сығыуы тураһындә кисә төндә хәбәр иткәндәр. Ваҡиға урынына шунда уҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, ирекле янғын командаһы һәм башҡа экстрен хеҙмәттәр вәкилдәре барған.

Унда ағастан төҙөлгән бер ҡатлы мәсет бинаһы эсендә ут сығыуы асыҡланған. Янғын һүндереүселәр 80 кв. метрлыҡ майҙанда утты һүндергән.

Зыян күреүселәр юҡ. Янғын сәбәбе асыҡлана, тип хәбәр итте “Башинформ” БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.

Мәсеттә янғын сыҡҡан
Мәсеттә янғын сыҡҡан
Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас