

Табиптар Екатеринбург ҡалаһында 15 мартта фатирҙа ир менән ҡатын мәйете янында табылған ике йәшлек малай менән өс айлыҡ ҡыҙҙың хәле тураһында хәбәр итте.
Улар белдереүенсә, медицина ярҙамы күрһәтеү һөҙөмтәһендә ыңғай үҙгәреш күҙәтелә. Балалар тәбиғи туҡланыуға күсерелгән. Малай үҙаллы ашай, бүлеккә күсерелгән. Балалрҙың хәле тотороҡло.
Быға тиклем киң мәғлүмәт саралары кисә Екатеринбург ҡалаһында бер фатирҙа ир менән ҡатындың үле кәүҙәһе табылыуы, ә улар янында ике бәләкәй бала булыуы тураһында хәбәр иткәйне.
Асыҡланыуынса, ҡаланың Эльмаш урамындағы бер бүлмәле фатирҙы был ғаилә бер нисә ай элек ҡуртымға алған. Күршеләре әйтеүенсә, уларға 30 йәштәр самаһы.
Ҡатын кеше Белояр районынан, ул ике балаһы менән декрет ялында булған. Сабыйҙарҙың береһенә ике йәш, икенсеһенә өс ай. Ире иһә - Башҡортостан кешеһе, заводта эшләгән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ул ҡасандыр хөкөм ителгән, шулай уҡ йәмәғәт тәртибен боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Бер көн был ғаилә аҫтағы күршеләрен "батыра" башлай. Һыуҙы ябалар, әммә фатирҙың ишеген асыусы булмай. Туҡылдатҡан саҡта балалар илауын ишетеп ҡалалар. Урынға уларҙың туған кешеһе саҡырыла, уның әйтеүенсә, үткән йәкшәмбенән бирле ғаилә бәйләнешкә сығыуҙан туҡтаған булған.
Был инәй ишек аша бәләкәй малай менән һөйләшә. Ул “Әсәйем йоҡлай” ти ҙә илап ебәрә.
Ишекте емереп асҡас, ҡот осҡос күренешкә шаһит булалар: малай коридорҙа булған, өс айлыҡ ҡыҙ диванда әсәһе янында ятҡан. Ә ҡатын менән ир был ваҡытҡа ҡарата өс көн элек үлгән булып сыға. Сабый, ашамағанлыҡтан, хәлһеҙләнеп бөткән.
Шаһиттар әйтеүенсә, фажиғә урынында порошок тапҡандар, мәйеттәрҙең ауыҙынан күбек килгән.