

Зыян күреүселәр дауаханаға оҙатылған. Бәхеткә күрә, балалары туғандарында ҡунырға ҡалған.
Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана - урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишселәре эшләй. Ауыл халҡы әйтеүенсә, кисә был урамға газ үткәрелгән, йорт янындағы торбаларҙан газдың сығып янып ятыуын күреүселәр булған.
Әйтергә кәрәк, газ шартлау сәбәпле йорт емерелеүе районда беренсе осраҡ түгел - бер нисә йыл элек Ишкилде ауылында ла бындай хәл теркәлгән. Ул осраҡта газ үткәреүселәр ғәйепле тип табылған.