Ваҡиғалар
26 Март 2023, 14:50

Өфөлә “Мега”нан 1000 кеше, шул иҫәптән 200 бала эвакуацияланған

Һаҡлыҡ банкы бүлексәһендә автоматик янғын сингализацияһы сигнал бирә башлаған

Өфөлә “Мега”нан 1000 кеше, шул иҫәптән 200 бала эвакуацияланғанӨфөлә “Мега”нан 1000 кеше, шул иҫәптән 200 бала эвакуацияланған
Өфөлә “Мега”нан 1000 кеше, шул иҫәптән 200 бала эвакуацияланған

Бөгөн сәғәт 17.05-тә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығына Өфөләге “Мега” сауҙа үҙәгендәге Һаҡлыҡ банкы бүлексәһендә автоматик янғын сингализацияһы эшләй башлауы тураһында хәбәр иткәндәр.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре ваҡиға урынына йүнәлтелгән. Беренсе подразделение барып етеүгә сигнализация электрон тәмәке тартыу арҡаһында эшләй башлауы асыҡланған. Ҡотҡарыусылар 1000 кешене, шул иҫәптән 200 баланы эвакуациялаған. Зыян күреүселәр юҡ.

Фото: пресс-служба главного управления МЧС по Башкирии

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас