Ваҡиғалар
31 Март 2023, 04:50

Янған йорттарҙы һүндерергә көслө ел ҡамасаулаған

Ике өй һәм ихата ҡаралтылары янған

Янған йорттарҙы һүндерергә көслө ел ҡамасаулағанЯнған йорттарҙы һүндерергә көслө ел ҡамасаулаған
Янған йорттарҙы һүндерергә көслө ел ҡамасаулаған

Кисә, 30 мартта, МЧС-тың Башҡортостан буйынса баш идаралығына Учалы районынынң Сәфәр ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр иткәндәр.

Янғын һүндереүселәр ваҡиға урынында ике ағас йорт һәм ихата ҡаралтылары яныуын күргән. Көслө ел һәм төҙөлмәләрҙең бер-береһенә яҡын булыуы утты һүндерергә ҡамасаулаған. Шуға күрә янғын һүндереүселәр яҡын-тирәләге йорттарҙы һәм ҡаралтыларҙы һаҡлаған. Янғын сәғәт 16.50-лә һүндерелгән. Зыян күреүселәр юҡ.

Фото: видеонан сриншот

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас