Ваҡиғалар
4 Апрель 2023, 09:50

Ҡоро үләндәр яна

Башҡортостанда ҡоро үләндәр яныуға бәйле 43 янғын теркәлгән

Ҡоро үләндәр янаҠоро үләндәр яна
Ҡоро үләндәр яна

Башҡортостанда 4 апрелгә ҡарата ҡоро үләндәр яныуға бәйле 43 янғын теркәлгән.  БР буйынса МЧС-тың матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, һуңғы тәүлектә теркәлгән 28 термик нөктәнең 22-һе раҫланған.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 20 янғын һүндерелгән, тик икәүһе генә әле яна: Илеш районында (термик нөктә үлән яныуы тип раҫланған) һәм Йылайыр районында (термик нөктә контролләп яндырыу тип раҫланған), тип хәбәр итте “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас