Ваҡиғалар
8 Апреля 2023, 10:16

Баҡсала ғәҙәти булмаған предмет табылған

Мәсетле районы ауылдарының береһендә баҡсала эш менән шөғөлләнгән хужа гранатаға юлыға. Ир оҙаҡ уйлап тормай ваҡиға урынына Росгвардия хеҙмәткәрҙәрен саҡыра.

Баҡсала ғәҙәти булмаған предмет табылғанБаҡсала ғәҙәти булмаған предмет табылған
Баҡсала ғәҙәти булмаған предмет табылған

Ентекле тикшереүҙән һуң белгестәр асыҡлауынса, был ҡул гранатаһы Бөйөк Ватан һуғышы осорона ҡарай. Ул шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә һәм кешеләргә етди зыян килтерергә һәләтле бик хәүефле объект булыуы тураһында хәбәр иткән. Граната хәүефһеҙ урынға сығарылып юҡ ителгән.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас