Ваҡиғалар
10 Апрель 2023, 05:50

Өй, ике иномарка һәм дүрт һарай янған

Көслө ел уттың тиҙ таралыуына булышлыҡ иткән

Өй, ике иномарка һәм дүрт һарай янғанӨй, ике иномарка һәм дүрт һарай янған
Өй, ике иномарка һәм дүрт һарай янған

Бөгөн иртә менән Ауырғазы районының Мостафа ауылында янғын сыҡҡан. Был хаҡта МЧС-тың Башҡортостан буйынса баш идаралығында хәбәр иттеләр, тип яҙа “Башинформ”.

Янғын һүндереүселәр ваҡиға урынында 6х6 м ҙурлыҡтағы ағас йорт, ике автомобиль (Toyota RAV-4, Toyota Camry), шулай уҡ дүрт һарай яныуын асыҡлаған, янғындың дөйөм майҙаны 240 квадрат метр тәшкил иткән. Көслө ел һәм төҙөлмәләрҙең бер-береһенә яҡын урынлашыуы уттың тиҙ таралыуына булышлыҡ иткән.

Сәғәт 06.19-ҙа янғынды локалләштерә алғандар. Уны һүндереүгә 12 кеше һәм ете берәмек техника йәлеп ителгән.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас