Ваҡиғалар
15 Апрель 2023, 08:15

Янғында ике кеше һәләк булған

Янғын һүндереү барышында бер ирҙең һәм ҡатындың кәүҙәләре табылған

Янғында ике кеше һәләк булғанЯнғында ике кеше һәләк булған
Янғында ике кеше һәләк булған

Янғын һүндереү барышында бер ирҙең һәм ҡатындың кәүҙәләре табылған

Миәкә районының Ҡырғыҙ Миәкә ауылында янғындан һуң ике кешенең кәүҙәләре табылған, тип яҙа “Башинформ”.

БР буйынса МЧС-тың матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, Абдуллин урамындағы өйҙә янғын һүндереү барышында 1968 йылғы ир кешенең һәм 1976 йылғы ҡатындың мәйеттере табылған.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, янғын 15 апрель иртәһендә сыҡҡан. Янғын һүндереүселәр ваҡмға урынына килгәс, ике фатирлы йорттоң бер фатирында ут сығыуын күргән. Янғын 15 минут эсендә һүндерелгән.

Янғын сәбәбе асыҡлана.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас