+28 °С
Болотло


Бөгөн иртәнсәк көслө ел Баймаҡ ҡалаһындағы лицей-интернаттың ҡыйығындағы тимерҙе алып ташлаған. БР буйыеса МЧС-тың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ел спорт залының ҡыйығынан 250 кв. м профнастилды осорған. Бинаның дөйөм майҙаны 350 кв. м тәшкил итә.
Был бәләлә зыян күреүселәр һәм белем биреү процесына уның йоғонтоһо булмаған.