Ваҡиғалар
30 Апрель 2023, 14:20

Балаларҙан күҙ яҙҙырмағыҙ

Ете йәшлек ҡыҙ батҡан, икенсеһе дауаханаға оҙатылған

Балаларҙан күҙ яҙҙырмағыҙБалаларҙан күҙ яҙҙырмағыҙ
Балаларҙан күҙ яҙҙырмағыҙ

МЧС-тың БР буйынса баш идаралығына Архангел районының Зәйет ауылында Ҡыҫынды йылғаһында ҡыҙ бала батыуы тураһында хәбәр иткәндәр. Ваҡиға урынына шунда уҡ экстрен хеҙмәттәр йүнәлтелгән. Унда барғас, урында йәшәүселәр һыуҙан 2016 йылғы ҡыҙҙың кәүҙәһен сығарыуы асыҡланған. Шулай уҡ 2015 йылғы ҡыҙ зыян күргән, ул өшөү дигнозы менән Архангел үҙәк район дауаханаһының реанимация бүлегенә урынлаштырылған.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, биш бала һыуҙа уйнаған, улар янында өлкәндәр булмаған.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас