Ваҡиғалар
5 Май 2023, 06:50

Башҡортостанда урмандар яна

...

Башҡортостанда урмандар янаБашҡортостанда урмандар яна
Башҡортостанда урмандар яна

Учалы районында ике тәүлек инде ике урында урман янғындарын һүндерәләр. Ҡолош ауылы янында 210 гектар майҙанда янғынды туҡтата алғандар. Уға ҡаршы көрәштә 94 кеше һәм 24 берәмек техника ҡатнаша. Шулай уҡ янғын һүндереүселәргә һауанан Ка-32 вертолеты ярҙам итә, пилотһыҙ авиация системаһы һәм ауыр техника йәлеп ителгән.

Кирәбе ауылы янындағы янғын 15 гектарҙа локалләштерелгән. Унда 28 кеше һәм 11 техника эшләй.

Шулай уҡ МЧС хәбәр итеүенсә, бөгөн иртән Йылайыр районының Березовка ауылынан 6,5 саҡрым алыҫлыҡта урман яныуы тураһында мәғлүмәт килгән. Уны һүндерә башлағандар.

2023 йылдың янғын хәүефле осоро башланғандан алып республикала бөтәһе 386,9002 гектарҙа 34 урман янғыны сыҡҡан. Башҡортостанда 15 майға тиклем урмандарға барыу һәм инеү тыйылды. Ҡағиҙә боҙоусыларға 50 мең һумға тиклем штраф һалыныуы ихтимал.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас