Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
18 Май 2023, 22:00

Өс өй һәм 10 ҡаралты көлгә ҡалған

Учалы районында ҙур янғын теркәлгән.

Өс өй һәм 10 ҡаралты көлгә ҡалған
Өс өй һәм 10 ҡаралты көлгә ҡалған

Бөгөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына Учалы районы Ахун ауылының Пионер урамында нғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Тиҙ арала ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм Ахун ауыл биләмәһенең ирекле янғын командаһы һәм башҡа экстрен хеҙмәттәр ебәрелә.

Ел көслө булыу сәбәпле, ут тиҙ тарала. Һөҙөмтәлә ул өс йортто һәм мунса, һарай, гараж, трактор кеүек 10 ҡаралтыны ялмап ала. 

Берҙәм көс менән янғын ауыҙлыҡлана, асыҡ ут һүндерелә. 

Сәләмәтлеге зыян күреүсе юҡ.

Сығанаҡ: РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: