-28 °С
Болотло
Өфөлә 26 майҙа 13 йәшлек уҡыусы ҡыҙҙы эҙләү тамамланған. Был хаҡта “Башинформ”ға БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иткәндәр, ҡыҙ иҫән-һау, уны полиция һәм ирекмәндәр тапҡан.
«Школьницу нашли живой в лесопосадке на улице Чудинова. Обстоятельства случившегося уточняются», — тип белдергәндәр ведомствола.
Быға тиклем Өфөлә 13 йәшлек Дарья Короткова юғалыуы тураһында хәбәр иткәйнек.