Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
30 Май 2023, 12:35

Урмандар яна

Утты ерҙән һәм һауанан һүндерәләр.

Урмандар яна
Урмандар яна

Ҡалтасы районында 20 гектарҙан ҙурыраҡ майҙанда тәбиғәт янғынын һүндереү дауам итә. Был хаҡта Рәсәй МЧС-ының Башҡортостан буйынса баш идаралығы вәкиле Петр Ильин хәбәр итте, тип яҙа “Башинформ”.

Янғын Краснокама районының Ҡуян ауылынан бир нисә саҡрымда, тораҡ пунктҡа ҡурҡыныс янамай. Утты ерҙән һәм һауанан һүндерәләр. Унда 93 кеше һәм 18 берәмек техника, шул иҫәптән Ка-32 вертолеты, бульдозерҙар, янғын һүндереү машиналары ҡатнаша. Ирекле янғын һүндереү командалары эшләй, урындағы халыҡ та әүҙем ярҙам итә.

Бынан тыш, Белорет районында ике янғынға ҡаршы көрәш дауам итә. Уларҙың дөйөм майҙаны 78 га. Һүндереүгә 70 кеше һәм 15 берәмек техника йәлеп ителгән.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: