Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
9 Июнь 2023, 11:05

Тағы урмандар яна

Тораҡ пункттарға ҡурҡыныс янамай

Тағы урмандар яна
Тағы урмандар яна

Үткән тәүлектә Башҡортостанда бөтәһе 9,95 га майҙанда биш урман янғыны теркәлгән, тип яҙа “Башинформ”. Йылайыр, Белорет райондарында – берәр, Бөрйән районында өс урында урмандар яна. Был хаҡта Рәсәй МЧС-ының республика буйынса баш идаралығының күҙәтеү һәм профилактик эш идаралығы начальнигы урынбаҫары Петр Ильин хәбәр итте.

Биш урман янғынының дүртәүһененң таралыуы туҡтатылған. Һүндереү дауам итә, 47 кеше һәм 20 берәмек техника йәлеп ителгән. “Тораҡ пункттарға ҡурҡыныс янамай. Хәл-торош контроль аҫтында” – тине Петр Ильин.

Фото: пресс-служба госкомитета РБ по ЧС

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: