

Яулыҡ ябынған, күҙлек кейгән йәш ҡатын сабыйҙар өсөн тауарҙар һатылған магазинда кәрәк-яраҡ һайлап, оҙаҡ ҡына консультант менән кәңәшләшә. Ул 80 мең һумға ҡиммәтле коляска һәм башҡа ваҡ-төйәк ала. Кассала иһә ул түләү тураһында ялған чек күрһәтә. Һатыусы уға аҡса күскәнсе көтөп торорға тәҡдим итә. Әммә буласаҡ әсә бинала кондиционер эшләмәү сәбәпле, һауа етмәүгә, үҙен насар тойоуға һылтанып, "һауа һуларға" сыға. Әммә ул магазинға кире инмәй.
Ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.