

БР буйынса МВД-ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 25 июндә Байыш ауылынан 60 йәшлек ир тыуған көнөн билдәләгән, тип хәбәр итте “Башинформ”. Иҫерткес эсемлек эсеп алғас, тағы өҫтәү ниәте менән үҙенең “Лада Калина” автомобилендә күрше ауылға юлланған һәм үҙе менән 61 йәшлек күршеһен дә алған. Ирҙәр ямғырлы көндә ҡайыштарын эләктермәйенсә ярайһы уҡ ҙур тиҙлектә барғандар. Юлда водитель автомобилгә идара итә алмайынса кюветҡа төшөп киткәндәр. Пассажир ваҡиға урынында һәләк булған. Водителгә медицина ярҙамы талап ителгән.
Был факт буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлегендә енәйәт эше ҡуҙғатылған. Авария яһаған ир ҡулға алынған.