Ваҡиғалар
8 Июль 2023, 07:35

Ике сәғәттә ике кеше батҡан

Шаһиттар әйтеүенсә, икеһе лә иҫерек булған

Ике сәғәттә ике кеше батҡанИке сәғәттә ике кеше батҡан
Ике сәғәттә ике кеше батҡан

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, бер көндә республикала ике кеше батҡан, тип яҙа Newsbash.

Беренсе осраҡ Сибай ҡалаһында теркәлгән. Батып үлгән 1990 йылғы ир кешенең Төйәләҫ йылғаһында табылған.

Икенсе бәхетһеҙ осраҡ Дүртөйлө районында булған. Бында Иванаево ауылындағы быуанан шулай уҡ 1990 йылғы ир кшенең кәүҙәһе сығарылған.

“Шаһиттар һүҙҙәре буйынса, ике осраҡта ла ирҙәр йыһазландырылмаған урындарҙа һәм иҫерек килеш һыу ингән. Хәҙерге ваҡытта тикшереү эштәре бара. Ваҡиғаларҙың сәбәптәре асыҡлана”, – тип белдерҙеләр ведомствола.

Фото: Newsbash

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас