

Башҡортостанда бөтәһе 23,9 га майҙанда 4 урында урмандар яна. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Белорет районында бер юлы ике урында – Әүзән урмансылығында 6 га, һәм Сосновка урмансылығында 4,7 га майҙанды янғын ялмап алған. Күгәрсен районының Эйек урмансылығында 3,2 га урман яна. Бөрйән районында башҡорт дәүләт тәбиғи ҡурсаулығында 10 га майҙанды ут солғаған, был әлеге ваҡыттағы янғындарҙың иң ҙуры.
«В тушении пожара в Белорецком районе, наравне с лесопожарными формированиями, работает вертолет Ка-32 госкомитета РБ по ЧС. Он обеспечивает сброс воды в труднодоступные очаги», – тип билдәләнелдәр ведомствола.