Ваҡиғалар
12 Июль 2023, 07:35

Ағиҙел йылғаһында балалар менән туристар төркөмө юғалған

...

Ағиҙел йылғаһында балалар менән туристар төркөмө юғалғанАғиҙел йылғаһында балалар менән туристар төркөмө юғалған
Ағиҙел йылғаһында балалар менән туристар төркөмө юғалған

Башҡортостанда сплавта туристар төркөмө юғалған, тип хәбәр итте “Башинформ”. «Честно говоря» телеграм-каналынан билдәле булыуынса, 19 кеше, шул иҫәптән 13 бала Бөрйән районына ял итергә барған һәм Кейекбай ауылы янында урынлашҡан. Аҙаҡ 11 йәштән 18 йәшкә тиклемге 10 бала Ағиҙел буйлап ағып төшө өсөн Иҫке Собханғолға юлланған. Төркөмдөң элемтә саралары булмаған, сөнки бында кәрәҙле бәйләнеш тотмай. Улар кисен билдәләнгән нөктәгә килмәгәс, өлкәндәр саң ҡаҡҡан.

Сплавсыларҙы төнгө сәғәт өстә тапҡандар. Баҡһаң, ҡараңғы төшкәс, улар Миндеғол ауыл янында туҡтаған һәм ата-әсәләрен көтә башлаған. Кәрәҙле элемтә унда булмаған, тип билдәләнеләр БР буйынса МЧС-та.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас