Ваҡиғалар
18 Июль 2023, 04:42

Ышан шунан кешегә...

Ейәнсура районына күсеп, 8 йыл үлгән кеше исеме аҫтында йәшәүен белмәҫтәр ҙә ине бәлки, әгәр бурысы 1 млн-дан ашып китмәһә...

Ышан шунан кешегә...Ышан шунан кешегә...
Ышан шунан кешегә...

Был ир 2015 йылда Ейәнсура районына килеп, үлгән танышының исеме аҫтында йәшәй башлаған. 8 йыл эсендә ауыл халҡы менән яҡшы мөнәсәбәттә булған, уларҙың ышанысына ингән. Бәлки барыһы ла шулай дауам итер ине. Әммә ир 2022 йылдың майынан 2023 йылдың февраленә тиклем һигеҙ кешенән бөтәһе 1,2 млн һумдан артыҡ бурыс йыймаһа. Ә аҡсаны ҡайтарыр мөмкинлеге булмай...

Ғәйепләнеүсе үҙенең ғәйебен тулыһынса таныған. Суд уны 2 йыл һынау осоро менән 4 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итеү тураһында һәм килтерелгән зыян күләмен ҡаплай тураһында ҡарар ҡабул иткән.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас