

Башҡортостандың Краснокама районында Ағиҙел ҡалаһынан 8 саҡрым алыҫлыҡта Лобода күле төбөндә «Шевроле Нива» автомобиле табылған. Был хаҡта “Башинформ” агентылығы хәбәр итте. Агентлыҡҡа БР буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, автомобиль салонында 43 йәшлек ир мәйете табылған.
Бер фараз буйынса, водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән ир балыҡсылыҡ хужалығына табан китеп барған һәм билдәһеҙ сәбәп арҡаһында күлгә төшөп киткән.
Был факт буйынса тикшереү бара.
Фото: ГИБДД по РБ